Яңылыҡтар таҫмаһы
22 Сентябрь 2025, 12:20

Инклюзив инфраструктура үҫешкән булһа…

  Өфөлә үҙенсәлекле балаларға өҫтәмә белем алыу ихтыяжы ҙур.

Инклюзив инфраструктура үҫешкән булһа…Инклюзив инфраструктура үҫешкән булһа…
Инклюзив инфраструктура үҫешкән булһа…

 

 Өҫтәмә белем алыу һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгән балаларға шәхес булараҡ үҫешергә, был тормошта ҡулайлашырға мөмкинлек бирә. Бында уларҙың ижади һәләттәре асыла, улар социалләшә.

Өфөлә үҙенсәлекле балаларға өҫтәмә белем алыу ихтыяжы ҙур. Быны БР  Фәндәр академияһының стратегик тикшеренеүҙәр институты үткәргән социологик тикшеренеү мәғлүмәттәре раҫлай.

   Ата-әсәләр мәктәптәрҙә түңәрәктәр етешмәүен һәм балаларҙың  мәктәптә күп дәрестәрҙең булыуын  төп ҡаршылыҡтар тип атай. Өҫтәмә уҡытыу  кәрәк тигән фекерҙе  баш ҡалалағы ата-әсәләренең  71 проценты уртаҡлаша. Сағыштырыу өсөн, Башҡортостандың башҡа ҡалаларында был күрһәткес – 57%, ә ауыл райондарында 45% тәшкил итә. Һорау алыусыларҙың 25 проценты мәктәптәрҙә түңәрәктәрҙең һәм секцияларҙың булмауын атай . Шулай уҡ ғаиләләр өҫтәмә дәрестәр баланың уҡыуына  ҡамасаулыҡ килтереүе ихтимал тип ҡурҡа (20 %). Өҫтәмә белем биреү учреждениеларының алыҫ булыуы райондарҙа йәшәүселәр  өсөн баланы өҫтәмә шөғөлләндереүгә  ҡаршылыҡ булып тора(14 %).

  Ҡала мәктәптәрендә  инклюзив инфраструктура үҫешкән булһа, һаулыҡ мөмкинлектәре сикле һәм инвалид балаларға өҫтәмә белем бирем биреүҙә  ихтыяж булмаҫ ине.

                                                                                                                                                                                                                                 Ю. МИГУНОВА.

Автор:Зөһрә Йәһүҙина
Читайте нас