

"Йәштәр һәм балалар" милли проекты буйынса район үҙәге, Юлдыбай, Йомағужа, Яманһаҙ, Ивано-Ҡыуалат, Матрай мәктәптәренең хеҙмәт һәм тыуған илде һаҡлау һәм хәүефһеҙлек нигеҙҙәре кабинеттарына Калашников автоматтары макеты, ҡул гранаталары, противогаз кеүек кәрәкле ҡорамалдар килтерелгән. Шулай уҡ хеҙмәт дәрестәре өсөн верстактар, лазер менән ҡырҡыу станоктары, теген машинкалары, ағас һырлау приборҙары һ.б алынған.
Балаларға уҡыу һәм һөнәр үҙләштереү өсөн тейешле шарттар булдырыу мөмкинлеге был.
Фото: национальныепроекты.рф