

Баклажандың әсеһе бөтһөн өсөн түңәрәкләп турап, бер сәғәт тоҙло һыуҙа тотоғоҙ. Помидорҙарҙың өҫтөнә эҫе һыу һалып, ҡабығын һыҙырығыҙ.
Айырым һауытта баклажанды, ҡырғыстан үткәрелгән кишер менән туралған һуғанды , татлы боросто ҡыҙҙырығыҙ. Һуңынан туралған помидорҙы, ҡыҙҙырылған йәшелсәләрҙе һалып, блендер ярҙамында иҙегеҙ ҙә, тоҙ, көнбағыш майы, петрушка һалып, 40 минутҡа бешерергә ҡуйығыҙ. Бешеп сығыр алдынан аш һеркәһе һалығыҙ.
Фото: warball.ru