Яңылыҡтар таҫмаһы
21 Сентября 2025, 08:15

Фейк хәбәр, ышанмағыҙ!

Башҡортостанда ошо көндәрҙә тиҙ мобилизация буласағы тураһындағы хәбәр — фейк.

Фейк хәбәр, ышанмағыҙ!Фейк хәбәр, ышанмағыҙ!
Фейк хәбәр, ышанмағыҙ!

Һуңғы көндәрҙә мессенджерҙарҙа аудио хәбәр йөрөй. Унда билдәһеҙ ир 20 сентябрҙән 23 сентябргә тиклем рейд үтәсәген белдерә. Имеш урамда осраҡлы ғына үтеп барыусыларға повесткалар тапшырыласаҡтар. Билдәһеҙ тауыш хәбәр итеүенсә, йәнәһе лә Радий Хәбиров Башҡортостандан 25 мең кешене хәрби хеҙмәткә оҙатырға бойороҡ биргән.

Был фейк хәбәр, ышанмағыҙ. Бер ниндәй ҙә бойороҡтар, рәсми белдереүҙәр юҡ һәм планлаштырылмай.

Автор:Гөлнара Солтанова
Читайте нас