Яңылыҡтар таҫмаһы
19 Сентябрь 2025, 04:15

Игебайҙа - яңы ФАП

Күгәрсен районының Игебай ауылы халҡы тиҙҙән яңы фельдшер-акушерлыҡ пунктына йөрөйәсәк. Яңы бина "Оҙайлы әүҙем ғүмер" милли проекты буйынса һалынған.

Игебайҙа - яңы ФАПИгебайҙа - яңы ФАП
Игебайҙа - яңы ФАП

БР Һаулыҡ һаҡлау министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, заманса модулле ФАП-та әлеге мәлдә лицензия процедураһын үткәрелә.

Бина бөтә кәрәкле һәм тейешле ҡорамал менән йыһазландырылған. Ул Игебайҙан һәм күрше-тирә ауылдарҙан 364 кешене хеҙмәтләндерәсәк. Медпунктты 35 йылдан ашыу эш тәжрибәһе булған Зимфира Бүкәнбаева етәкләй.

Фото: национальныепроекты.рф

Автор:Алһыу Ишемғолова
Читайте нас