Яңылыҡтар таҫмаһы
19 Сентябрь 2025, 04:05

Аҡ таш йылғаһы аша күпер яңыртылды

Был объект Ауырғазы районында урынлашҡан һәм Талбазы - Красноусольск юлында булғанына күрә, уның яҡшы торошо бик мөһим.

Аҡ таш йылғаһы аша күпер яңыртылдыАҡ таш йылғаһы аша күпер яңыртылды
Аҡ таш йылғаһы аша күпер яңыртылды

Был юл туристик йүнәлеш һанала. Шулай уҡ Ауырғазы һәм Ғафури райондары ауылдары халҡы өсөн дә әһәмиәтле. Трассанан тәүлегенә өс меңдән ашыу автомобиль үтә.

Күперҙе капиталь ремонтлауҙа тимер-бетон конструкцияһы яңыртылған, ситтәре нығытылған, асфальт йәйелгән, бөтә тимер элемент коррозияға ҡаршы сара менән эшкәртелгән.

Фото: национальныепроекты.рф

Автор:Алһыу Ишемғолова
Читайте нас