Яңылыҡтар таҫмаһы
18 Сентябрь 2025, 12:25

Яугир әсәләрен саҡыралар

21 сентябрҙә киске сәғәт 7-лә «Башҡортостан» дәүләт концерт залында МХО яугирҙәре әсәләренә арналған икенсе хәйриә сараһы ойошторола. Сәхнәнән әсәләр, Тыуған илгә һөйөү тураһында йырҙар һәм шиғырҙар яңғыраясаҡ.       Концертта билдәле артистар Мәликә Разакова (Мәскәү), Миңлеғәле Дәүләтбаев (Мәскәү), Лилиә Букеева (Татарстан), Башҡортостандан иһә Нәзифә Ҡадирова, Иҙрис Ғәзиев, Zainetdin, Рәдиф Зарипов, Дияна Ишниязова, Айгөл Һағынбаева, Римма Амангилдина, Гөлсинә Мөхәмәҙиева, Иҙрис Кәлимуллин, Марсель Ҡотоев, Илһам Вәлиев, «Ант» төркөмө, Әлфиә Юлсурина, Гөлсөм Бикбулатова, Илнур Лоҡманов һәм башҡалар ҡатнаша. БСТ телеканалында «Әсәй» телевизион проектының премьераһы 2024 йылдың апрелендә булды. Әлеге ваҡытта программаның 100-гә яҡын сығарылышы төшөрөлгән һәм эфирҙа күрһәтелгән. Проект геройҙары – Башҡортостандың төрлө ҡалаларында һәм райондарында йәшәгән, улдары Ватанды һаҡлаусылар юлын һайлаған һәм МХО-ға юлланған ҡатын-ҡыҙҙар. «Башинформ» хәбәр иткәнсә, тәүге сара быйыл яҙ Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт драма театрында уҙҙы. «Беҙ бик күп йылы һүҙҙәр ишеттек. Был беҙҙе илһамландырҙы. Әсәләр яҡшы кәйеф менән ҡайтып китте. Улар бер-береһе менән дуҫлашты, әле лә аралашып торалар. Был сараны икенсе тапҡыр ойошторорға булдыҡ», — тине проект етәксеһе һәм авторы, БСТ телеканалының баш мөхәррире Гәүһәр Батталова. Ҡуйыусы режиссерҙар Радик Фәтхиев һәм Сулпан Асҡарова кисәнең үҙенсәлекле биҙәлеше өсөн яуаплы. Сценарий авторҙары Зилә Баймырҙина һәм Рәйсә Ҡаҙбулатова сара тамашасыларҙың хәтерендә ҡалһын өсөн күңелен биреп эшләй. Билеттарҙы һатыуҙан килгән аҡса МХО яугирҙәренә ярҙам күрһәтеү өсөн йүнәлтелә.

Яугир әсәләрен саҡыраларЯугир әсәләрен саҡыралар
Яугир әсәләрен саҡыралар
Концертта билдәле артистар Мәликә Разакова (Мәскәү), Миңлеғәле Дәүләтбаев (Мәскәү), Лилиә Букеева (Татарстан), Башҡортостандан иһә Нәзифә Ҡадирова, Иҙрис Ғәзиев, Zainetdin, Рәдиф Зарипов, Дияна Ишниязова, Айгөл Һағынбаева, Римма Амангилдина, Гөлсинә Мөхәмәҙиева, Иҙрис Кәлимуллин, Марсель Ҡотоев, Илһам Вәлиев, «Ант» төркөмө, Әлфиә Юлсурина, Гөлсөм Бикбулатова, Илнур Лоҡманов һәм башҡалар ҡатнаша.
БСТ телеканалында «Әсәй» телевизион проектының премьераһы 2024 йылдың апрелендә булды. Әлеге ваҡытта программаның 100-гә яҡын сығарылышы төшөрөлгән һәм эфирҙа күрһәтелгән. Проект геройҙары – Башҡортостандың төрлө ҡалаларында һәм райондарында йәшәгән, улдары Ватанды һаҡлаусылар юлын һайлаған һәм МХО-ға юлланған ҡатын-ҡыҙҙар. Тәүге сара быйыл яҙ Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт драма театрында уҙҙы.

«Беҙ бик күп йылы һүҙҙәр ишеттек. Был беҙҙе илһамландырҙы. Әсәләр яҡшы кәйеф менән ҡайтып китте. Улар бер-береһе менән дуҫлашты, әле лә аралашып торалар. Был сараны икенсе тапҡыр ойошторорға булдыҡ», — тине проект етәксеһе һәм авторы, БСТ телеканалының баш мөхәррире Гәүһәр Батталова.

Ҡуйыусы режиссерҙар Радик Фәтхиев һәм Сулпан Асҡарова кисәнең үҙенсәлекле биҙәлеше өсөн яуаплы. Сценарий авторҙары Зилә Баймырҙина һәм Рәйсә Ҡаҙбулатова сара тамашасыларҙың хәтерендә ҡалһын өсөн күңелен биреп эшләй.

Билеттарҙы һатыуҙан килгән аҡса МХО яугирҙәренә ярҙам күрһәтеү өсөн йүнәлтелә.

Автор:Зөһрә Йәһүҙина
Читайте нас