Яңылыҡтар таҫмаһы
16 Сентябрь 2025, 13:00

Виноградты ҡышҡа дөрөҫ әҙерләгеҙ.

Виноградты көҙгөһөн ҡырҡалар.  

Виноградты ҡышҡа дөрөҫ әҙерләгеҙ.Виноградты ҡышҡа дөрөҫ әҙерләгеҙ.
Виноградты ҡышҡа дөрөҫ әҙерләгеҙ.

 

Ҡышты яҡшы сыҡһын өсөн беренсе шарт – виноград ботаҡтарының өлгөрөп етеүе. Быны ботаҡтарҙың төҫөнә ҡарап белеп була. Өлгөргән ботаҡтар көрән төҫкә инә. Йәшел ботаҡтар ҡышҡыһын өшөй, шуға уларҙы ҡырҡырға кәрәк.

Емеш ҡыуағын көҙгөһөн ҡырҡалар. Яҙ киҫкәндә ул «илай» башлай. Был эште беренсе ҡырауҙарҙан һуң, япраҡтары һарғайғас та башҡарырға кәрәк. Был – көҙ ҡасан килеүенә ҡарап, октябрь аҙағы– ноябрь башына тура килә. Һуңға ҡалмағыҙ. Ныҡ һалҡында ботаҡтар һына башлай.

    Виноградты – 5 – 7 градуслы һыуыҡтар башланғас ҡына ҡаплайҙар. Беренсе һыуыҡтар уны сыныҡтыра. Иртә ҡаплағанда зыян килеүе бар. Тамырҙарын ер йомшаҡ саҡта йомшартырға, төбөнә торф, ашламалар һалырға онотмағыҙ.

 

 

Фото: playbookpro.ru

Автор:Зөһрә Йәһүҙина
Читайте нас