Яңылыҡтар таҫмаһы
16 Сентября 2025, 16:00

Ваҡыт....

Ваҡыт етмәй туғандарҙың, Барып хәлен белергә. Әхирәттәр менән бергә, Осрашып һөйләшергә.

Ваҡыт....Ваҡыт....
Ваҡыт....

Ваҡыт етмәй ,әллә ҡайҙа,
Югерәбеҙ сабабыҙ.
Осрашҡан минуттарҙа ла,
Ҡайтырға ашҡынабыҙ.

 

Ваҡыт етмәй туғандарҙы,
Йышыраҡ барып күрергә.
Машина бар,ә ваҡыт юҡ,
Яҡындарға йөрөргә.

 

Ваҡыт етмәй ҡуна ҡалып,
Төн буйы серләшергә.
Элеккеләй ҡунаҡ булып,
Йөрөгө килә бергә.

 

Әүәлгәсә түгел кеше,
Ваҡыты юҡ,күңеле тар.
Кескәй бүлмәгә лә һыйҙыҡ,
Булды күңелле саҡтар.

 

Ваҡыттарҙы йәлләмәнек,
Күңелебеҙ киң булды.
Кескәй генә бүлмәбеҙҙә,
Һәр саҡ урын табылды.

 

Ваҡыт етмәй ,ә үҙебеҙ,
Телефонға сумабыҙ.
Ҡуна килгән туғандарға,
Урын таба алмайбыҙ.

 

"Ваҡыт юҡ "- тип торманыҡ беҙ,
Аралашып йәшәнек.
Барыһына ла өлгөрҙөк,
Ял иттек һәм эшләнек.

 

"Ваҡыт юҡ"-тип хәл белергә,
Кеше кешегә бармай.
Ғүмер шулай үтеп китә,
Туған - туғанға һыймай.

 

Ваҡыт етмәй туғандарҙың,
Барып хәлен белергә.
Самауыр төбөндә ултырып,
Бергәләп сәй эсергә.

 

Әйҙә ваҡыт табайыҡсы,
Ултырып һөйләшергә.
Күңелдәрҙе киңерәк асып,
Йәшәйек бергә- бергә.

 

Фәниә СЫҢҒЫҘОВА(Мөхәмәтшина)

Автор:Гөлнара Солтанова
Читайте нас