

Радий Хәбиров ҡул ҡуйған документ республиканың рәсми хоҡуҡи мәғлүмәт интернет-порталында баҫылған.
Указда пилотһыҙ осоу аппараттарының төрөн, төшөү урынын, осоу траекторияһын, улар һөжүм иткән урындарҙы (объекттарҙы), уларҙың объекттарға зыян килтереүен асыҡлау мөмкинлеге бирә торған мәғлүмәтте баҫтырыу тыйыла, тиелә.
Бынан тыш, ПВО һәм радиоэлектрон көрәш сараларын ҡулланыу һәм ҡулланыу эҙемтәләре тураһында мәғлүмәтте баҫтырып сығарырға ярамай.
Закон боҙоуҙар өсөн административ штраф һалына: граждандарға – 3 000-5 000, вазифалы кешеләргә – 10 000-30 000, ойошмаларға 100 000-500 000 һум.
фото: асыҡ сығанаҡтан