Яңылыҡтар таҫмаһы
16 Сентябрь 2025, 11:25

Башҡортостанда Күп балалы ғаилә көнөн булдырыу күҙаллана

Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙың киләһе пленар ултырышында депутаттар яңы әһәмиәтле дата булдырыу тураһындағы закон проектын тикшерәсәк.

Башҡортостанда Күп балалы ғаилә көнөн булдырыу күҙалланаБашҡортостанда Күп балалы ғаилә көнөн булдырыу күҙаллана
Башҡортостанда Күп балалы ғаилә көнөн булдырыу күҙаллана

Дәүләт Йыйылышы Рәйесе Константин Толкачев белдереүенсә, Күп балалы ғаилә көнөн булдырырға тигән тәҡдим бар. Уны 21 декабрҙә билдәләү күҙаллана.
Балалы ғаиләләргә ярҙам итеү, әсәлекте һәм балалыҡты яҡлау - дәүләттең ғаилә һәм демография өлкәһендәге сәйәсәте өҫтөнлөгө.

фото: автор фотоһы.
 

Автор:Алһыу Ишемғолова
Читайте нас