Пассажир автобустары Өфө һәм Благовещен районының балалар-үҫмерҙәр спорт мәктәптәренә, шулай уҡ Биатлон буйынса олимпия резервы мәктәбенә бирелде.
- Республиканың барлыҡ биатлон ойошмаһынан рәхмәт белдерәһем килә. Уҙған йылда бинабыҙға капиталь ремонт яһалды, быйыл трасса киңәйтелде. Комплексҡа «Б» категорияһы бирелде. Былар барыһы ла беҙгә Рәсәй чемпионаттарын ғына түгел, халыҡ-ара ярыштарҙы ла үткәрергә мөмкинлек бирәсәк. Яңы йыһаздар һатып алыу һөҙөмтәһендә беҙҙең спортсылар ҙур турнирҙарҙа чемпион булды. Быға асыҡ миҫал – Эдуард Латипов һәм Елизавета Каплина, - тип билдәләп үтте Биатлон буйынса олимпия резервы мәктәбе директоры Виктор Никитин.
Республика Хөкүмәте вице-премьеры, спорт министры Руслан Хәбибов билдәләп үткәнсә, был автобустар «Физик культура һәм спортты үҫтереү» дәүләт программаһы сиктәрендә һатып алынған. Ул шулай уҡ төбәктә 2,3 миллиондан ашыу кеше физик культура менән даими шөғөлләнеүен, 141 спорт төрө үҫешеүен, 122 аккредитацияланған төбәк федерацияһы эшләүен хәбәр итте. Илдең йыйылма командалары составында 410 Башҡортостан спортсыһы бар. Улар араһында - халыҡ-ара һәм Рәсәй турнирҙары еңеүселәре, призерҙары Эдуард Латипов, Семен Елистратов, Илья Кандалин, Алһыу Миназова, Тәнзилә Исраилова һәм башҡалар.
Төбәктә спорт инфраструктураһын яңыртыуға айырым иғтибар бүленә. 2022 йылдан алып республикала 40 объектҡа капиталь ремонт үткәрелгән. 2026 йылдан Башҡортостан Спорт объекттарын капиталь ремонтлау программаһында ҡатнашырға ниәтләй. Был программаны илдең Спорт министрлығы Рәсәй Президенты ҡушыуы буйынса тормошҡа ашыра.
- Бер нәмәгә ҡарамаҫтан, беҙ спорт объекттарын төҙөүҙе дауам итәбеҙ. Һәм был яҡшы һөҙөмтәләр бирә, - тип йомғаҡ яһаны республика Башлығы Радий Хәбиров. - Эшегеҙ өсөн Спорт министрлығына рәхмәт белдерәм.