

Виллинан виртуаль дуҫтары әлеге йырҙың ҡасан сығасағын һорай, әммә йырсы был һорауға әлегә яуап бирә алмауын әйтә.
– Был йырҙы ла, уның кем башҡарғанын да белмәй инем. Был әлбиттә минең ғәйеп. План буйынса 15 сентябрь сығырға тейеш ине. Ләкин уҫал комментарийҙарҙан һуң, барлыҡ аңлашылмаусанлыҡтарҙы хәл иткәнсә, уны музыкаль майҙансыҡтарға сығарыу бер аҙ тотҡарланыр, тип уйлайым, – ти йәш йырсы.