

Туғандарҙы туған итә кемдер,
Кемдер һайлап ала туғанды.
Кем урында эшләй,кем аҡсалы,
Яҡын түгел уға ҡалғаны.
Туғандарҙы туған итә кемдер,
Эҙләп таба йыраҡ туғанын.
Кемдер бер туғанын яҡын итмәй,
Сәйнәп йөрөй уның донъяһын.
Туғандарҙы туған иткәндәргә,
Нәҫел ебен өҙмәүселәргә,
Аллаһ ризыҡтарын арттырыр,
Ғүмерҙәрен күпкә оҙонайтыр.
Туғандарҙы туған итә кемдер,
Яҡын күреп уны ярата.
Уның тураһында насар һөйләп,
Ә кемелер донъя тарата.
Туғандарҙы туған итә кемдер...
Фәниә Сыңғыҙова(Мөхәмәтшина)