Яңылыҡтар таҫмаһы
11 Сентябрь 2025, 03:20

Хәҙер сабыйҙарға исемде лә ChatGPT аша һайлайҙар

Күгәрсен районынан йәш пар Дауыт менән Алтынай ҡыҙҙарына исемде нейроселтәр ярҙамында һайлаған. САбыйҙың исеме үтә үҙенсәлекле.

Хәҙер сабыйҙарға исемде лә ChatGPT аша һайлайҙарХәҙер сабыйҙарға исемде лә ChatGPT аша һайлайҙар
Хәҙер сабыйҙарға исемде лә ChatGPT аша һайлайҙар

Ғаилә башлығы рәссам һәм уйындар өсөн 3D персонаждар эшләй, уларға исем ҡуша. Балаһына исем ҡушырға кәрәк булғас та ул нейроселтәргә нигеҙләнгән чат-ботты ҡуллана.Чат-бот ҡушҡан исем үҙенсәлекле – «Амайя». Буласаҡ ата-әсәгә исем оҡшаған, мәғәнәһе баск телендә Амайя «тыныс», япон телендә «киске ямғыр», ә ғәрәп телендә «төнгө ямғыр» тигәнде аңлата икән.
Әйткәндәй, республикала тағы ла 7 ҡыҙ ошо исемде йөрөтә.

Автор:Гөлнара Солтанова
Читайте нас