Яңылыҡтар таҫмаһы
11 Сентябрь 2025, 08:25

«Ҡанаттарың әгәр ҡайырылһа»

Ғорур баҫ, һин яҙмыш ҡаршына, - тип йырлай Резеда Әмәкәсова. Ҡанаттарығыҙ ҡайырылмаһын, дуҫтар!

Ҡанаттарың әгәр ҡайырылһа,
Ҡайғы-хәсрәт килһә башыңа.
Йөрәгеңдән ҡандар һарҡыһа ла,
Ғорур баҫ, һин яҙмыш ҡаршына!

 

Күңелдәрең һыҡрап илаһа ла,
Кисерһәң дә әгәр хыянат.
Насар уйҙарыңды ситкә ташла!
Йәшәү - Аллаһ биргән аманат.

 

Яҡшы кәңәш биреүселәр бик аҙ.
Бик күптәре көлөп үтерҙәр.
Ҡай берәүҙәре шунан рәхәт табып,
Яраңа тоҙ һибеп китерҙәр..

 

Яҡын дуҫтар йөҙ сөйөрһә әгәр,
Онотһалар һинең барлыҡты.
Асыуланма! Барыһы ла үтәр.
Бирһен генә Хоҙай һаулыҡты!

 

Кешеләрҙә таяныс эҙләмә!
Хаҡ һорарҙар - бер ҙә буш булмаҫ.
Башың эйеп, доға ҡылып һора,
Аллаһ ярҙамынан ташламаҫ!

 

Айҙар Хәлиуллин

Автор:Гөлнара Солтанова
Читайте нас