Яңылыҡтар таҫмаһы
11 Сентябрь 2025, 03:45

3 йәшлек баланың ғүмерен өҙгән юл-транспорт ваҡиғаһының сәбәптәре билдәле

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, 2 сентябрҙә Стәрлетамаҡ районының Төрөшлө һәм Николаевка ҡасабалары араһында ҡот осҡос юл фажиғәһе теркәлә. Унда бәләкәй ҡыҙсыҡ атаһы менән әсәһенең күҙ алдында йән бирә.

3 йәшлек баланың ғүмерен өҙгән юл-транспорт ваҡиғаһының сәбәптәре билдәле3 йәшлек баланың ғүмерен өҙгән юл-транспорт ваҡиғаһының сәбәптәре билдәле
3 йәшлек баланың ғүмерен өҙгән юл-транспорт ваҡиғаһының сәбәптәре билдәле

Бында ҡапыл юлға килеп сыҡҡан еңел автомобиль трактор менән бәрелешә. Тракторҙа өс йәшлек Анна ата-әсәһе менән бергә кабинала була. Ҡыҙ алған йәрәхәттәренән урында уҡ вафат була.  

Аннаның ата-әсәһе фажиғә булған көндө трактор менән күрше ауылға орлоҡ  алырға барған була.

Баланы ла үҙҙәре менән ала.

–Әле ирем менән дауаханала ятабыҙ. Беҙгә бер нәмә лә кәрәкмәй.

Ҡыҙыбыҙ юҡлығына ышана алмайбыҙ. Тыныс ҡына өйгә ҡайтып бара инек, әллә ҡайҙан килеп сыҡты ул «Гранта». Унда кемдәр булғанын да белмәйем, – ти әсә.

Автор:Гөлнара Солтанова
Читайте нас