

Күңелемә тыныслыҡ килгәндәй булды. Көскә таң аттырҙым. Урамда теге ағай осраны. “Шунан, ҡустым, йоҡлап булдымы?” – тип йылмайҙы. “Әлбиттә”, – тинем йәнем көйөп.
Тағы ла ҡарауылға киттем. Төнгө ике тирәһендә кемдер икенсе ҡатта һыҙҙырып гармун уйнап ебәрҙе, көлөшкән тауыштар ишетелде. Менеп ҡарарғамы-юҡмы, тип аптыранып ултырғансы, ҡапыл барыһы ла шым булды. Ошонан һуң элекке ҡарауылсы ағайға киттем. Ул мине күргәс тә барыһын да аңланы. “Ҡурҡынысы юҡ, ҡустым, өйрәнерһең. Шомло, әлбиттә. Тик улар һине йоҡлатмай ғына ыҙалатыуы бар, ә былай зыяндары теймәй ул”, – тине. Аптырап: “Кемдәр һуң улар?” – тип һорайым. “Белмәйем. Элек мәктәп урынында ҡәберлек булған, бәлки, аҙашҡан йәндәр ҡалҡалыр. Бәлки, бина ендәр ояһында ултыралыр”, – тине.
Ысынлап та, бер нисә айҙан һуң күнегеп киттем. Ҡайһы саҡта төндәр тыныс үтә. Бәғзе ваҡытта таң атҡансы шау-шыу, кемдер илай, кемдер йырлай. Тиҙҙән миңә лә эштән китергә. Кем килер минән һуң? Өйрәнә алырмы был шомло күренешкә, белмәйем.
Ә һеҙҙең менән ниндәй сәйер хәлдәр булғаны бар?
«Һаҡмар» гәзитенән.