

Республиканың юғары суды Көйөргәҙе районында йәшәгән 36 йәшлек ҡатынға ҡарата хөкөм ҡарары сығарҙы. Башҡортостан прокуратураһынан хәбәр итеүҙәренсә, ул талауҙа һәм кеше үлтереүҙә ғәйепле тип табылған.
Уҙған йылдың июлендә Көйөргәҙе районының Айсыуаҡ ауылы кешеһенең пенсия алыуы тураһында белгән ҡатын уға алкоголь һатып алыуға аҡса һорап килгән.
Был үтенес кире ҡағылғас, ул йорт хужаһына аш-һыу бүлмәһе бысағы менән муйынына, күкрәгенә өс-дүрт тапҡыр сәнсә, шунан һуң уны бәйләй. Йортто тентей, енәйәтсе 1 мең һум аҡса урлай, шунан һуң ваҡиға урынын ташлап ҡаса.
Зыян күреүсе алған йәрәхәттәренән вафат була. Ғәйепләнеүсе ғәйепле булыуын таный. Суд уға дөйөм режимлы холоҡ төҙәтеү колонияһында 16 йылға иркенән мәхрүм итеү язаһын тәғәйенләй.