Яңылыҡтар таҫмаһы
9 Сентябрь 2025, 09:20

Яҡташтарыбыҙ ҡайҙа ла юғалып ҡалмай!

 Башҡортостандан Айгөл Әхмәтшина, Лондон вокзалында Кармен йырын башҡарып, күптәрҙе таң ҡалдыра.  Француз пианисы Аурелин Фроиссарт Лондондың Сент-Панкрас вокзалында көтөлмәгән импровизация менән видео яҙҙыра.

Яҡташтарыбыҙ ҡайҙа ла юғалып ҡалмай!Яҡташтарыбыҙ ҡайҙа ла юғалып ҡалмай!
Яҡташтарыбыҙ ҡайҙа ла юғалып ҡалмай!

Музыкант «Кармен» операһынан «Хабанеры» ны уйнап ултырғанда уға көтмәгәндә сумаҙан менән үтеп барыусы пассажир — опера йырсыһы Айгөл Әхмәтшина ҡушыла.

– Мин Лондондың Сент-Панкрас вокзалында пианинола уйнап ултырғанда, оло йәштәге ир мине "Кармен"ды  уйнауымды һораны. Шул ваҡыт  ҡапыл сумаҙан тотоп  үтеп барыусы пассажир килеп йырлай башланы. Быны бер кем дә көтмәгәйне! Ул бөтәһен дә шаҡ ҡатырҙы! Баҡтиһәң, ул бөтә донъяға билдәле опера «йондоҙ»о, меццо-сопрано Айгөл Әхмәтшина булған икән. Бәлки, беҙ тағы ла бергәләп видео төшөрөрбөҙ? – тип яҙа Француз пианисы Аурелин Фроиссарт.

  Комментарийҙарҙа яҙылыусылар импровизацияға ышанмай һәм был күренеште сәхнәләштергәндәр, тип иҫәпләһә лә, уның илаһи яңғырауын билдәләйҙәр.

Иҫегеҙгә

төшөрәбеҙ, Айгөл Әхмәтшина — Башҡортостандың атҡаҙанған артисы, Өфө сәнғәт училищеһын тамамлаған. Ул билдәле Decca Classic лейблының эксклюзив артисы һәм һуңғы 30 йылда уның менән контракт төҙөгән беренсе меццо-сопрано.

Автор:Гөлнара Солтанова
Читайте нас