

16 сентябрҙә Өфөлә төбәк-ара йәмәғәт активистары һәм «ТоНКО» коммерцияға ҡарамаған ойошмаһы слеты үтәсәк. Сара төрлө төбәктәрҙәге йәмәғәт активистары һәм коммерцияға ҡарамаған ойошмалар араһында диалог ҡороу, тәжрибә уртаҡлашыу өсөн практик майҙансыҡ буласаҡ.
Форум Башҡортостан Республикаһы Башлығы Гранттары Фонды һәм Башҡортостан Республикаһы Йәмәғәт палатаһы Аппаратының йәмәғәт проекттары ресурс үҙәге ярҙамында БР Башлығы грантына үткәрелә.
Программала семинарҙар, социаль проектлау, краудфандинг, күргәҙмәләр һәм дискуссиялар буйынса танылған эксперттарҙан оҫталыҡ дәрестәре ҡаралған.
Слетта ҡатнашыу ойошмалар араһында бәйләнештәр булдырыу, ҡатнашыусыларҙың белемдәрен камиллаштырыу , шулай уҡ социаль әһәмиәтле проблемаларҙы хәл итеүгә йүнәлтелгән башланғыстарҙы тормошҡа ашырыу өсөн мөмкинлектәр тыуҙыра.
Коммерцияға ҡарамаған ойошмалар гранттар ярҙамында күп башланғыстарҙы тормошҡа ашыра.
Мәҫәлән, экологик инициативаларҙы яҡлау буйынса «Таҙа Өфө» коммерцияға ҡарамаған автономлы ойошмаһы «Алга Леший Башкортостан 2025» проекты буйынса Президент фонды грантын алған.
Һәр шаршамбы Өфөнөң Әй урамы, 84 адресы буйынса сәғәт көндөҙгө 5-тән киске 10-ға тиклем проектта ҡатнашыусылар махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан снайперҙар һәм разведчиктар өсөн маскировка костюмдары тегә. Улар үҙҙәренең командаһына теләгән һәр кемде ҡабул итергә әҙер. Проект етәксеһе Елена Воробьева һүҙҙәренсә, үлән, ағастар, ҡар өҫтөндә күренеп бармаған был кейем яугирҙарҙың ғүмерен һаҡлап алып ҡалырға мөмкинлек бирә. Салбар һәм куртка тегеү технологтары менән берлектә булдырылған лекалолар аша тегелә.
– Беҙгә, " Таҙа Өфө "автономиялы коммерцияға ҡарамаған ойошмаһына , яугирҙарҙан һәм командирҙарҙан" Леший " костюмдарына заказдар даими килә. Хәҙер әҙер маскировка костюмдарын һатып алырға мөмкин, әммә фабрика костюмдары ҡабатлана, уларҙы дрондар тиҙ күрә. Өйҙә эшләнгән костюмдар уникаль, ҡабатланмаҫ , квадрокоптерҙар танырлыҡ түгел. Был эштә беҙгә, әлбиттә, хәрбиҙәр үҙҙәре ярҙам итә, улар беҙҙең эште яуҙа һынап ҡарай. Хәрбиҙәрҙең белдереүенсә, 60 метрҙан дрон операторы маскировканы айыра алмай. Беҙ егеттәрҙең тәҡдимдәрен иҫәпкә алабыҙ, изделиеларҙы даими камиллаштырабыҙ. Костюмдар эшләү процесы – тотош фән. Һәр изделие билдәле бер ландшафтҡа яраҡлаштырыла. Костюмдар эшләү, тегеү – билдәле бер шарттар һәм тәжрибә, ваҡыт талап иткән ҡатмарлы эш,- тип һөйләй ойошма етәксеһе Елена Воробьева. Улар грант алғансы Өфө ҡала хакимиәте ярҙамы менән ошондай 50 дана һаҡланыу костюмдарын тегеп тапшырған булған.