

Унда Баймаҡ районы муниципаль район хакимиәтенең мәҙәниәт бүлеге начальнигы Гөлназ Йыһаншина, абруйлы яҡташыбыҙ, педагогия фәндәре кандидаты Мөнирә Абдуллина, билдәле шағирә, Рәсәй һәм Башҡортостан, шулай уҡ Беларусь Республикаһы Яҙыусылар союздары ағзаһы Зөлфиә Ханнанова, Баймаҡ районы башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты рәйесе Азамат Мөхәмәтшин, Темәс тарих-тыуған яҡты өйрәнеү музейы мөдире Айҙар Мәжитов, журналистар, уҡытыусылар, китапханасылар, әҙәбиәт һөйөүселәр ҡатнашты. Улар Рәшиҙә Рәфҡәт ҡыҙын оло юбилейы һәм яңы китабы менән тәбрикләп, изге теләктәрен ектерҙе.
Сара авторҙың “Өфө-Сибай” поезы шиғыры менән асылып, уның ғүмер юлының төрлө осорҙарына туҡталыш яһай-яһай барған поезда сәйәхәт формаһында дауам итте.
Рәшиҙә Рәфҡәт ҡыҙы исеме республикабыҙҙа ғына түгел, унан ситтә лә киң билдәлелек яулаған, тос фекерле, үткер ҡәләмле, көслө журналист. “Башҡортостан журналистикаһының йөҙөк ҡашы” тигәйне уның турала остазы, филология фәндәре докторы, профессор Ғиниәт Ҡунафин. 30 йылдан ашыу ошо өлкәлә эшләү дәүерендә уға ҡайҙа ғына эшләргә тура килмәй. Иң ауыр осорҙа “Йәшлек” гәзитенең мөхәррир урынбаҫары булһынмы, яңы ғына асылған “Аҙна” гәзитендә баш мөхәррир булһынмы, телевидениела эшләһенме – ул бер ҡасан да һынатмай, һәр ерҙә үҙ эшенең оҫтаһы булып таныла, проекттары, идеялары ҙур уңыш менән тормошҡа ашырыла. Мәҫәлән, бынан 11 йыл элек ул республикабыҙҙа башҡорт теленән диктант яҙыуҙы ойоштороуҙы тәҡдим итә. Тәүге диктантты Башҡорт дәүләт университетында ғына яҙһалар, бөгөн иһә уны республикабыҙҙың һәр ауыл-ҡалаһында теләгән кеше яҙа ала. Ул ғына ла түгел, хәҙер ул халыҡ-ара кимәлгә күтәрелде.
Рәшиҙә Рәфҡәт ҡыҙының ғалимә булараҡ, ваҡытлы матбуғаттың тарихын өйрәнеүгә, журналистар тәрбиәләүгә индергән өлөшө лә баһалап бөткөһөҙ. Бөгөн уның мәктәбен үткән журналистар абруйлы баҫмаларҙа, радио-телевидениела уңышлы эшләп йөрөй. Хисле шағирә, балалар өсөн яҙылған мауыҡтырғыс әҫәрҙәре менән дә халыҡтың һөйөүен яулаған ул.
Кисәлә шиғырҙары, уның һүҙҙәренә яҙылған йырҙар яңғыраны. Ауылдаштарының, Иҫәнбәт ауылынан килгән туғандарының сығышы ла үҙе бер матур күренеш булды.
“Ижадҡа илһамды ла, көстө лә тыуған яғымдан алам” тип, Рәшиҙә Рәфҡәт ҡыҙы яҡташтарының уны ҙурлап ошондай сара ойоштороуҙарына рәхмәт һүҙҙәрен еткерҙе. Кисәлә ҡатнашыусылар иһә уның автографы менән быйыл ғына донъя күргән “Әйтер һүҙем етһен кешеләргә” тигән китабын алып һөйөндө.