Яңылыҡтар таҫмаһы
9 Сентябрь 2025, 05:35

«Башҡорт хужабикә»һе күләмле операцияға әҙерләнә

 Билдәле блогер шәхси проблемаһы тураһында һөйләне. Уның һүҙҙәренсә, ул артабан бындай шарттарҙа йәшәй алмай.

«Башҡорт хужабикә»һе күләмле операцияға әҙерләнә«Башҡорт хужабикә»һе күләмле операцияға әҙерләнә
«Башҡорт хужабикә»һе күләмле операцияға әҙерләнә

Миләүшә күләмле пластик операцияға әҙерләнә. Ул шәхси блогында һөйләүенсә, яҡын арала битен, ҡорһағын тапртырырға һәм маммопластика яһатырға ниәтләй. Блогер әйтеүенсә, уны үҙенең тышҡы ҡиәфәте ҡәнәғәтләндермәй.

– Мин операцияға әҙерләнәм, был хаҡта күп тапҡырҙар һөйләнем. Күптәр: "кем өсөн һин битеңде тарттырырға, күкрәгеңде матурайтырға йыйынаһың?" – тиҙәр. Ирҙәр өсөн, тип уйлайһығыҙмы? Мин, тәү сиратта, үҙем өсөн. Көҙгөгә ҡарап, ниндәй матур икәнемде күрергә теләйем, - тип белдерҙе ул.

 

Шулай уҡ блогер, битен тарттырырға теләүселәргә, табип кәңәше буйынса, ботокс иньекцияларынан баш тартырға кәңәш итте. Әле Миләүшә организмын операцияға әҙерләү менән шөғөлләнә.

Автор:Гөлнара Солтанова
Читайте нас