Яңылыҡтар таҫмаһы
8 Сентябрь 2025, 08:40

Башҡортостан урмандарында ҡот осҡос хәлдәр әленән-әле ҡабатлана!

Кешеләр юғала.

Башҡортостан урмандарында ҡот осҡос хәлдәр әленән-әле ҡабатлана!Башҡортостан урмандарында ҡот осҡос хәлдәр әленән-әле ҡабатлана!
Башҡортостан урмандарында ҡот осҡос хәлдәр әленән-әле ҡабатлана!

 

Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты мәғлүмәттәре буйынса, ошо көндәрҙә генә 9 кешенең юғалтыу осрағы теркәлгән - ҡайҙалыр икешәрләп юғалыусылар ҙа бар. Күпселек осраҡта күңелһеҙ хәлгә бәшмәкселәр эләгә.

Мәҫәлән, кисә көндөҙ Ишембай районының Торатау тауында ике кешенең бәләгә тарыуы хаҡында 112-гә шылтыратып әйтәләр. Сәйәхәселәр тауға һуҡмаҡ буйлап күтәрелә, әммә хәлдәре бөтөп ярты юлда туҡтап ҡала, артабан улар бейеклектән төшә лә, артабан күтәрелә лә алмай.

Шулай уҡ ялдарҙа аҙашҡан бәшмәксене бик оҙаҡ эҙләргә тура килә.

 

 

Автор:Гөлнара Солтанова
Читайте нас