Яңылыҡтар таҫмаһы
6 Сентябрь 2025, 07:38

Яңы хеҙмәттшлеккә нигеҙ һалынды

"Башҡорт аты" фестивале сиктәрендә Башҡортостандың спорт министрлығы Рәсәйҙең милли һәм олимпия булмаҫан спорт төрҙәре комитеты менән хеҙмәттәшлек итеү тураһындағы килешеүгә ҡул ҡуйҙы.  

Яңы хеҙмәттшлеккә нигеҙ һалындыЯңы хеҙмәттшлеккә нигеҙ һалынды
Яңы хеҙмәттшлеккә нигеҙ һалынды

Эшлекле осрашыуҙа комитет президенты Борис Гришин менән республика Хөкүмәте премьер-министр урынбаҫары - спорт министры Руслан Хәбибов ҡатнашты. Документ нигеҙендә Башҡортостанда милли, шулай уҡ атлы һәм һыбайлы спорт төрҙәре үҫтереләсәк.

Милли һәм олимпия булмаҫан спорт төрҙәре комитеты 1999 йылда барлыҡҡа килә һәм 70-ләп спорт федерацияһын берләштерә. Йыл һайын ил кимлендәге 50 спорт сараһы ойошторола.

Борис Гришин "Башҡорт аты" фестиваленең туризм, эшҡыуарлыҡ, һөнәрселек кенә түгел, ә милли спорт өсөн дә әһәмиәтле булыуын билдәләп үтте.

 

Автор:Гөлнур Ҡыуатова
Читайте нас