

Сибай ҡалаһында «Урал Аръяғы-2025» Бөтә Рәсәй инвестиция һабантуйының икенсе көнөндә БР Хөкүмәте ағзалары ҡатнашлығында таусылар һәйкәленә сәскә һалыу тантанаһы үтте. 2020 йылда асылған һәйкәл ҡалаға нигеҙ һалыусы тау эшселәренә һәм уларҙың көндәлек тырыш хеҙмәтенә арналған.
Артабан «Урал Аръяғы – 2025» инвестиция һабантуйына арналған иҫтәлекле таҡтаташ һалыу тантанаһы үтте. Символик плитә Сибайҙың үҙәк майҙанына һалынған. Тантанала Премьер-министр Андрей Назаров ҡатнашты.
– Был таш беҙҙең төбәктә яңы инвестиция проекттарын тормошҡа ашырыуҙы һәм ғәмәлдәге инвестиция проекттарын үҫтереү билдәһен сағылдыра һәм Сибай ҡалаһын ғына түгел, бөтә Башҡортостан Республикаһын үҫтереү өсөн әһәмиәтле булып тора, – тине ул иҫтәлекле таҡтаташ һалғанда.
Форумдың икенсе көнөнөң эшлекле программаһы Сибай ҡалаһына 70 йыл тулыуға арналған тантаналы концерт менән тамамланды.
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров ҡаланың юбилейы менән ҡотланы.
- Был юбилей Урал аръяғы тарихында ғына түгел, бөтә республикабыҙ тарихында мөһим этап булып тора. Байрам Рәсәйҙең 30-ға яҡын төбәгенән һәм донъяның 10 иленән эксперттарҙы йыйған ҙур эшлекле форум уҙғарылған көндәрҙә үтә. Был Сибайҙың сәнәғәт, мәҙәниәт һәм халыҡ- ара хеҙмәттәшлек үҙәге булараҡ стратегик әһәмиәтен асыҡ күрһәтә, - тип билдәләне ул үҙенең сығышында.
70 йыл эсендә Сибай эшселәр ҡасабаһынан Башҡортостандың заманса сәнәғәт һәм мәҙәни үҙәгенә тиклем данлы юл үтте.
Байрамда 30-ҙан ашыу алдынғы хеҙмәткәр республика Премьер-министры ҡулынан юғары наградалар алды.
Артабан Сибайҙың үҙәк майҙанында билдәле эстрада йондоҙҙары ҡатнашлығында мәҙәни программа дауам итте.