Яңылыҡтар таҫмаһы
6 Сентябрь 2025, 06:30

“Торатау" – ЮНЕСКО-ның глобаль геопаркы!

Башҡортостан халҡы өсөн ҡыуаныслы яңылыҡ

“Торатау" – ЮНЕСКО-ның глобаль геопаркы!“Торатау" – ЮНЕСКО-ның глобаль геопаркы!
“Торатау" – ЮНЕСКО-ның глобаль геопаркы!

“Торатау" – ЮНЕСКО-ның глобаль геопаркы! Уны бөтә донъя селтәренә индереү өсөн ошо көндәрҙә Чилила уҙған ЮНЕСКО Советы ултырышында эксперттар бер булып тауыш бирҙе. Башҡортостан халҡын ошо яҡшы яңылыҡ менән ҡотлайым.

Беҙ 2021 йылда инеү өсөн ғариза ебәрҙек. 2022 йылда “Торатау” Ирландия һәм Испания эксперттарын ҡабул итте.

Ошо ваҡыт эсендә беҙ уларҙың тәҡдимдәрен үтәнек. Хәҙер беҙҙең «Торатау» геотуризм һәм белем биреү башланғыстарының мөһим үҙәгенә әүерелде.

Хәтерегеҙгә төшөрәм,”Торатау" – Башҡортостанда ЮНЕСКО-ның глобаль геопарктар селтәренә ингән икенсе геопарк. 2020 йылда беренсе булып Янғантау булды.Быйыл Өфө Фән һәм технологиялар университетында ЮНЕСКО-ның «Геопарктар һәм тотороҡло үҫеш биләмәләре» кафедраһы асылды, унда халыҡ-ара кимәлдәге геопарктар буйынса белгестәр әҙерләнә башланы ла инде. Ә күптән түгел Бөтә донъя мираҫы исемлегенә Шүлгәнташ мәмерйәһенең билдәле ҡая һүрәттәре индерелде.

Ғалимдарыбыҙға, геопарк командаһына, профилле ведомстволар хеҙмәткәрҙәренә, республиканың ЮНЕСКО эштәре буйынса Комитетына һәм бөтә ҡатнашыусыларға рәхмәт белдерәм. Бергәләп беҙ төбәктең бай мәҙәни, тарихи, тәбиғи мираҫын һаҡлайбыҙ һәм уны донъяға асабыҙ.

Автор:Динара Сафиуллина
Читайте нас