Яңылыҡтар таҫмаһы
6 Сентябрь 2025, 07:19

Сергетыш - башҡорт кәләшенең бирнәһендә төп элемент

Был турала «Башҡорт аты» фестивалендә үҙенең эштәрен тәҡдим иткән "Рәсәй йәне" премияһы лауреаты Асия Ғәйнуллина һөйләп үтте.  

Сергетыш - башҡорт кәләшенең бирнәһендә төп элементСергетыш - башҡорт кәләшенең бирнәһендә төп элемент
Сергетыш - башҡорт кәләшенең бирнәһендә төп элемент

Күргәҙмәләге ҡатмарлы элементтар менән сигелгән сағыу ҡул эше келәм генә түгел, ә туй сергетышы, башҡорт кәләшенең бирнәһендә төп элемент, тик ул быуаттар дауамында онотола яҙған. Бөгөн Асия Ғәйнуллинаның ныҡышмалылығы арҡаһында ул халыҡҡа кире ҡайтарыла. Оҫтабикә республикала сергетыш яһауҙың боронғо технологияһын энәһенән ебенә тиклем белгән һирәк кешеләрҙең береһе.

Асия Солтан ҡыҙының онотолған һөнәр менән ҡыҙыҡһыныуы тәүге «Башҡорт аты» фестиваленән һуң уяна. Ул архивтарҙа айҙар буйына мәғлүмәт йыя, музей экспонаттарын һәм технологияһын өйрәнә. Уның хеҙмәте уңышлы була: былтыр ул сергетыш эшләү буйынса республика конкурсында еңеү яулай, ә быйыл фестиваль күргәҙмәһенә яңы, эксклюзив эш, шул уҡ кәләш өсөн туй сергетышын алып килгән.
- Ирҙәрҙең сергетышы аскетик һәм практик була. Ә бына ҡыҙҙар, бигерәк тә туй сергетышы ысын сәнғәт өлгөһө булған, ул сағыу, күп ҡатлы, төрлө сигеү менән биҙәлгән, - тип аңлата белгес. - Был мәҙәниәтебеҙҙең тотош ҡатламын, башҡорт үҙенсәлегенең элементын ҡайтарыу. Беҙ бының менән һөнәрҙең әле тере булыуын, кәрәкле һәм көнүҙәк булыуын иҫбатлайбыҙ. 
Сергетыш Асия апай өсөн кәштәгә ҡуйыла торған сувенир түгел. Уны тантаналарҙа, этник стилдәге туйҙарҙа, фестивалдәрҙә һәм кино төшөргәндә ҡулланырға мөмкин. Оҫтабикә үҙе нигеҙ һалған «Урал батыр» сәсәндәр мәктәбендә һәм «Ете ҡыҙ»студияһында йәштәрҙе ошо һөнәргә өйрәтә.

 

 

Автор:Гөлнур Ҡыуатова
Читайте нас