

З. Биишева исемендәге “Китап” нәшриәте “Башҡорт аты” байрамында Урал аръяғы авторҙарының китаптары менән таныштыра.
Баймаҡтың йәш балалар яҙыусыһы Тимур Рәхмәтуллиндың “Тылсым эйәләре”, Бөрйәндән Миләүшә Ҡаһарманованың “Бетерә шаршылары” повестар йыйынтығы, Баймаҡтан Таңсулпан Ғарипованың “Бөйрәкәй” роман-бестселлеры ҙур ҡыҙыҡһыныу тыуҙырҙы. Матур ҡумталағы “Бөйрәкәй” китабы бүләккә шәп: уға француз яулығы һәм ҡурай сәскәһе формаһындағы брошь та һалынған. “Китап” бындай бүләктәрҙе күп әҙерләгән.
Шулай уҡ Мәхмүт Сәлимдең “Башҡорт аты-2024” байрамында тәүгә күрһәтелгән “Башҡорт аты” китабын да бында күрергә мөмкин. Унда башҡорттарҙың ат йәнле халыҡ булыуҙары, ҡымыҙ етештереү, көнкүреш-йолалары сағылыш тапҡан.
“Китап” күргәҙмәһендә төп урынды “Музы не молчат. Башкортостан. 2022-2025” тигән яңы йыйынтыҡ алып тора. Унда рәссамдарҙың, шағирҙарҙың, композиторҙарҙың, фотографтарҙың махсус хәрби зонаға йәки гуманитар йөк алып барғанда тыуған әҫәрҙәре тупланған.