

500 г кәбеҫтә, 200 г кефир, бер йомортҡа, бер һуған, бер ҡалаҡ крахмал, тоҙ ,борос, 7-8 ҡалаҡ он кәрәк.
Кәбеҫтәне һаламлап турарға ла, һыуы сыҡҡансы ыуырға. Һуғанды эре ҡырғыстан үткәрергә. Кәбеҫтә менән һуғанға ҡамыр ҡабартҡыс, кефир, он, крахмал, тоҙ, борос һалып болғатырға. Һуңынан майлы табала алтынһыу төҫкә ингәнсе ҡыҙҙырырға. Был ҡоймаҡ һыуынғас бик тәмле була.
Фото: tr.pinterest.com