Яңылыҡтар таҫмаһы
4 Сентябрь 2025, 03:45

Өлкәндәргә бик оҡшаны

Әлшәй районының хаҡлы ялдағы бер төркөм кешеһе Торатау шиханына сәйәхәткә барҙы. Был һоҡланғыс тәбиғәт ҡомартҡыһының түбәһенә артылып, тирә-йүндең матурлығын да күҙәттеләр.

Өлкәндәргә бик оҡшаныӨлкәндәргә бик оҡшаны
Өлкәндәргә бик оҡшаны

Әлшәй районының Раевка ауылындағы социаль-мәҙәни үҙәктән хәбәр итеүҙәренсә, сәйәхәт "Ғаилә" милли проекты маҡтаттарына ярашлы ойошторолған.

Өлкәндәр Торатау шиханының башына ла менгән. Бында бик уңайлы баҫҡыс яһалған. Артабан төркөм солоҡ пасекаһына барған. Белеүегеҙсә, солоҡсолоҡ башҡорттарҙың яратҡан шөғөлө булған.

Әле лә солоҡ балы бик популяр, ҡиммәтле. Экскурсоводтар туристарға солоҡ менән эшләү тәртибен күрһәткән. Өлкәндәр шулай уҡ Кантюковка ауылындағы "Суфия" мәсетенә инеп сыҡҡан.

Сәфәр бик оҡшаны, ти улар.

Фото: Республика Башкортостан | Список публикаций | Национальные проекты РФ

Автор:Алһыу Ишемғолова
Читайте нас