Яңылыҡтар таҫмаһы
4 Сентябрь 2025, 10:55

Иғтибар, көн торошо боҙола!

Был хаҡта БР Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығынан хәбәр итәләр.

Иғтибар, көн торошо боҙола!Иғтибар, көн торошо боҙола!
Иғтибар, көн торошо боҙола!

Бөгөн киске һигеҙҙән иртәгә киске һигеҙгә тиклем Башҡортостанда һауа торошоноң боҙолоуы көтөлә.

Урыны

менән йәшенле ҡыҫҡа ваҡытлы ямғыр яуыуы ихтимал. Ел 5-10 метр тиҙлектә иҫәсәк, көндөҙ секундына 17 метрға тиклем етеүе ихтимал.Төндә термометр бағанаһы +11, +16, көндөҙ +21, +26 градус күрһәтәсәк. Юлдарҙа төндә һәм иртән урыны менән томан төшә, күреү мөмкинлеге 500 метрҙан кәмей.

Өфөлә көндөң аяҙлы-болотло булыуы фаразлана. Төндә ҡыҫҡа ваҡытлы ямғыр яуасаҡ. Ел төньяҡ-көнсығыштан, секундына 5-10 метр. һауа температураһы төндә +13, +15 градус, көндөҙ +23, +25 градус.

Автор:Гөлнара Солтанова
Читайте нас