✅ Радий Хәбиров генерал-майор Владимир Трофимовҡа «Хеҙмәт ҡаһарманлығы өсөн» миҙалын тапшырҙы. Владимир Трофимов Башҡортостандың Хәрби комиссариаты буйынса Үҙәк хәрби округының берҙәм стратегик идаралығы төркөмөнөң инспекторы вазифаһында хеҙмәт итә.
✅ Ике район хакимиәттәренә яңы етәкселәр тәғәйенләнде. Радий Хәбиров Әбйәлил районы хакимиәте башлығы Айрат Әминевҡа һәм Көйөргәҙе районы хакимиәте башлығы Лира Тереғоловаға яңы вазифаларҙа уңышлы эш теләне. Лира Тереғолова – Башҡортостан муниципалитетын етәкләгән етенсе ҡатын-ҡыҙ.
✅ «Армия мәҙәниәте көндәре» сиктәрендә үткән концерт һәм күргәҙмәләрҙе 140 мең кеше барып күргән. Өфөлә һәм республика райондарында бөтәһе 1700 сара ойошторолған.
✅ Радий Хәбиров махсус хәрби операция биләмәһенә алтынсы сәфәренә йомғаҡ яһаны. Яугирҙар менән даими бәйләнештә булғандары һәм ярҙам күрһәткәндәре өсөн район башлыҡтарына рәхмәт еткерҙе.
✅ Ҡашҡаҙан паркында үткән «Һөт иле» фестивале 85 мең кешене ҡабул иткән, 65 тонна һөт ризығы һатылған. Ғәҙәттә, фестивалдән һуң республикала һөт продукцияһын һатыу күрһәткесе ике айға арта.
✅ Башҡортостан мәктәптәрендә капиталь ремонт үткәрелгән, 1-се сентябргә тиклем ҡуйылған уҡыу йорттарын яңыртыу планы үтәлгән. Киләһе йылда шул уҡ маҡсатта Рәсәй бюджетынан 3 миллиард һум бүленәсәк. Мәктәптәрҙе капиталь ремонтлау программаһы 2030 йылға тиклем дауам итә.
✅ Башҡортостанда быйыл көнбағыштың рекордлы уңышы көтөлә. Әлеге ваҡытта май культураларының 37 мең тоннаһы һуғылған.
✅ «Башҡорт аты» фестиваленә 12 төбәктән һәм 17 дәүләттән ҡунаҡтар килеүе көтөлә. Фестивалдең бәйге өлөшөндә 25 райондан 405 баш ат ярышасаҡ.
✅ Республикала һыу инеү миҙгеле тамам. Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты хәбәр итеүенсә, Башҡортостан йылға-күлдәрендә 43 кеше батҡан. Былтырғы йыл менән сағыштырғанда, был күрһәткес 14 процентҡа әҙерәк.
✅ Былтырғы тәүге ярты йыллыҡ күрһәткестәре менән сағыштырғанда, Башҡортостан шифаханаларында 6 процентҡа күберәк кеше ял иткән. Республика санаторийҙарының 95 процентҡа тәьмин ителеүе ихтыяждың ҙур булыуы хаҡында һөйләй.