Яңылыҡтар таҫмаһы
2 Сентябрь 2025, 16:00

БАШҠОРТ СӘЙЕ

  Башҡорт сәй эсмәй түҙмәй Өҫтәлендә башҡорт балы, Ҡорот, талҡан, һары май, Һары май,ҡоротлап эскәс Башҡорт һис тә арымай! Һааа- ай! Башҡорт һис тә арымай!

БАШҠОРТ СӘЙЕБАШҠОРТ СӘЙЕ
БАШҠОРТ СӘЙЕ

Иртән, көндөҙөн, кистәрен
Ул боҫтарын борҡоратып,
Эсә боҫло ҡайнар сәй,
Һыуһағанда, арығанда
Йәнгә шифа, тәнгә сихәт.
Һааа-ай!
Сәй шифалы,дауалай!

 

Башҡорт халҡы бик борондан
Күрше менән татыу булған,
Бергәләшеп эскән сәй,
Ҡайғыһын да, шатлығын да
Күрше менән уртаҡлашҡан.
Һааа-ай!
Бергәләшеп эскән сәй!

 

Заманалар ауырайҙы
Самауырҙар ҡайнатайыҡ,
Бергәләп эсәйек сәй,
Мәтрүшкәле тәмле сәй,
Хуш еҫле һәм тәмле сәй.
Һааа-ай!
Мәтрүшкәле тәмле сәй!
Яраштыра, һөйләштерә,
Бар сирҙәрҙән дауалай!

 

Гүзәл ӘХМӘҘИЕВА - ӨМӨТБИКӘ.
16.12.22 й.

Автор:Гөлнара Солтанова
Читайте нас