Яңылыҡтар таҫмаһы
2 Сентябрь 2025, 16:05

Баш ҡаланың 48-се Башҡорт лицейында Белем көнө рухлы үтте

Яңы уҡыу йылы менән уҡыусыларҙы Рәсәй Федерацияһы Оборона министрлығының Хәрби-социаль үҙәге инспекторы, “Башҡортостан геройҙары” программаһы финалсы Зинера Наил ҡыҙы Слабожанко тәбрикләне.  

Баш ҡаланың 48-се Башҡорт лицейында Белем көнө рухлы үттеБаш ҡаланың 48-се Башҡорт лицейында Белем көнө рухлы үтте
Баш ҡаланың 48-се Башҡорт лицейында Белем көнө рухлы үтте

Мәртәбәле ҡунаҡтар араһында шулай уҡ дөйөм белем биреү һәм тел сәйәсәте бүлеге начальнигы урынбаҫары Елена Викторовна Абакунчик та бар ине. Улар балаларға һәм уҡытыусыларға уңыштар, һаулыҡ һәм тыныс тормош теләне.

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ: республикала быйыл БР Башлығы Радий Хәбировтың тәҡдиме буйынса махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар өсөн "Башҡортостан геройҙары" кадрҙар проекты башланғайны. Ул "Геройҙар ваҡыты" федераль программаһының дауамы булараҡ старт алды. Программаның маҡсаты – махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан хәрбиҙәрҙән яңы быуын идарасылар әҙерләү.

 

 

Автор:Гөлнур Ҡыуатова
Читайте нас