

Был хаҡта бөгөнгө оператив кәңәшмәлә БР Хөкүмәте Премьер-министрының беренсе урынбаҫары Урал Килсенбаев хәбәр итте.
«Бөрө ҡалаһындағы 8-се мәктәп буйынса әҙерәк етешһеҙлектәр бар. Аҙна эсендә улар бөтөрөләсәк», – тине ул.
Һуңғы алты йыл эсендә Башҡортостанда 48 яңы мәктәп һәм 65 балалар баҡсаһы асылған. Федераль программа буйынса 181 мәктәп бминаһы төҙөкләндерелгән. Алдағы йылда 41 мәктәп тәртипкә килтереләсәк.
Фото:Башинформ.