

Етмәһә йәй көнө еләк-емеш, дарыу үләндәре йыйып, миндек, һепертке эшләп һата. Яланға яңғыҙ йөрөгөһө килмәй.
60 йәште үткән ҡатын-ҡыҙҙа көн һайын был эштәрҙе башҡарырға көс тә, һаулыҡ та булырға тейеш бит. Кемеһе түҙмәй үҙе ҡайтып китә, кемеһен эшкә юҡ, тип үҙе ҡыуып ҡайтара. Эсмәгән, донъя бөтәйткән бабайға ҡыҙығыусылар күп, береһе китеүгә нисектер икенсеһе табылып тора үҙенә.
Яңғыҙ сағында беҙ ҡайтып ярҙам итәбеҙ. Бына әле лә, ҡыш өйләнгән бер ипле генә апайҙы ҡыуып ҡайтарып ебәргән. Кисә: "Бесән ташырға кейәүҙәр ҡайтһын, үҙегеҙ ҙә ҡайтһағыҙ ашарға әҙерләр инегеҙ, бер юлы бәрәңге ҡаҙырбыҙ," - тип саҡырып шылтырата.
Беҙҙең эшләп йөрөүебеҙ, ипотека түләүебеҙ уны борсомай. "Ҡыш буйы минән ташып ашайһығыҙ," - ти. Йылына бер бот ит, 3 литр бал, бер тоҡ бәрәңге биреп ебәрә. Беҙгә ауылға ҡайтып килеү өсөн генә 2 мең һум аҡса киткәнен уйламай.
Бөгөн апайҙарыма башҡаса ҡайтып ярҙам итмәйек, тип әйттем әле. Малын кәметһен, үҙен үҙе ҡараһын йә алған әбейҙәренең береһе менән йәшәһен...
Анонимно."