

Башгидрометүҙәге белгестәре мәғлүмәтенсә, ай аҙағына тиклем көн үҙгәреүсән буласаҡ. Тимәк, эҫеһе лә бар, һалҡынсаһы ла, ямғыры ла... Әлбиттә, хәҙер төндәр йәйсә түгел инде. Айҙың һуңғы аҙнаһында төнгө температура уртаса +12 градус тирәһе булыр, моғайын.
Шундай фараздар ҙа бар: ҡойма ямғырҙар туҡталасаҡ. Шул уҡ ваҡытта артыҡ ҡоро көн дә булмаясаҡ. Августың һуңғы аҙнаһы башында көндөҙ уртаса +22 градус торһа, 28 – 29 августа ҡыҫҡа ваҡытлы ямғыр күҙаллана. Бер аҙ һалҡынайта. Йәйҙең һуңғы ике көнө ҡояшлы, йылы, хатта урыны менән эҫерәк буласаҡ, тиҙәр. Төнөн дә температура бер аҙ күтәрелә.
Фото: автор фотоһы.