Яңылыҡтар таҫмаһы
22 Август 2025, 04:45

Бөгөн - Рәсәйҙең Дәүләт флагы көнө

Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров республика халҡын мөһим дата менән ҡотланы.

Бөгөн - Рәсәйҙең Дәүләт флагы көнөБөгөн - Рәсәйҙең Дәүләт флагы көнө
Бөгөн - Рәсәйҙең Дәүләт флагы көнө

"Өс төҫ - аҡ, күк, ҡыҙыл - ябай буяу ғына түгел, ә күп быуатлыҡ тарих, героик еңеүҙәр, киләсәктә ныҡлы ышаныс. Иҫегеҙгә төшөрөгөҙ: тәүге триколор Рәсәйҙә XVII быуатта, Алексей Михайлович батлашыҡ иткәндә барлыҡҡа килгән. Ә 1991 йылда ул илебеҙҙә азатлыҡ, өмөт, миллиондаған йөрәктең берләшеүе символы булараҡ ҡабаттан балҡыны... Бөгөн беҙҙең дәүләт флагы - бөтә Рәсәй халҡы берҙәмлегенең, ныҡлығының, ғорурлығының ҡеүәтле символы. Махсус хәрби операциялағы яугирҙарыбыҙ ҙа ошо флаг менән Тыуған илде һаҡлай, Рәсәйҙең бойондороҡһоҙлоғон, беҙҙең хәүефһеҙлекте тәьмин итә.

Дуҫтар! Һеҙҙе Рәсәйҙең Дәүләт флагы көнө менән ҡотлайым! Ул һеҙҙең йөрәгегеҙҙе Тыуған ил өсөн ғорурлыҡ менән тултырһын, яңы еңеүҙәргә әйҙәһен, ата-бабаларҙың еңеүҙәрен хәтерләтеп торһон. Һеҙгә һәм һеҙҙең яҡындарығыҙға ныҡлы һаулыҡ, именлек, тыныслыҡ һәм бәхет теләйем! Алға, Рәсәй! Алға, яңы дан үрҙәренә!" - тип яҙған Андрей Назаров ҡотлау хатында.

Фото: Андрей Назаров, вк.

Автор:Алһыу Ишемғолова
Читайте нас