Яңылыҡтар таҫмаһы
19 Август 2025, 16:30

"Әсәйем минең тормошҡа ҡыҫыла..."

"Икәү генә белер серҙәр бар" рубрикаһына килгән хат: "Күп кенә төркөмдәрҙә ҡатын-ҡыҙҙар ҡәйнәләренә зарлана. Һабаҡташ ҡыҙҙар ҙа, әхирәттәрем дә гел генә шул турала һөйләй. Ә мин үҙемдең әсәйемдән ялҡтым. Ул беҙҙең ғаилә тормошона ҡыҫыла. Ҡәйнәм киреһенсә, беҙҙең өсөн өҙөлөп торһа ла, бер ваҡытта ла үҙенең фекерен көсләп таҡмай. "Һеҙ йәштәр, үҙегеҙсә йәшәгеҙ. Мин - килһәм ҡунаҡ, яҡты йөҙөгөҙ булһа, еткән" - тип кенә тора. Хатта, ышанаһығыҙмы, юҡмы, ирем үҙе генә барғанында сәй ҙә эсермәй. Бешергән тәмлекәстәрен күстәнәскә төрөп, бергәләп ашағыҙ, һине мин икенсе ҡатынға тапшырғанмын, тип ҡайтарып ебәрә. Ә әсәйем... Нимә ҡыланғандарын яҙып ҡына бөтөрөрлөк түгел. Беренсенән, ул иремде бөтөнләй яратмай. Танышҡан көндән алып миңә "тегенең" тип хәбәр һөйләй. Икенсенән, ул беҙҙе тик уныңса йәшәргә тейеш, тип һанай. Аҡсаны нимәгә тотонабыҙ, ялыбыҙҙы нисек үткәрәбеҙ, хатта нимә бешереп ашағаныбыҙға тиклем тикшерә. Көнөнә 3-4 тапҡыр, ялдарҙа 7-8 тапҡыр шылтырата. Атайым иҫән саҡта ул тиклем түгел ине әле, хәҙер эше юҡлыҡтанмы, бөтөнләй беҙгә ҡаныҡты. Иремдең сбарлығы сиккә еткәнен һиҙәм. Былай барһа, айырылышып та ҡуйырбыҙ ул..."  

"Әсәйем минең тормошҡа ҡыҫыла...""Әсәйем минең тормошҡа ҡыҫыла..."
"Әсәйем минең тормошҡа ҡыҫыла..."

Бөтөнләй араны өҙә алмайым, ул бит миңә ғүмер бүләк иткән, тәрбиәләп үҫтергән кеше. Тик уныңса ғына йәшәй алмайым бит. Телефонды алмаһаң, такси саҡыртып килеп етә. Ә килһә тағы ла ҡурҡынысыраҡ: туҡтауһыҙ иремде тәнҡитләй. Хәҙер балаларға ла көс төшә башланы. Хәҙер уның килерен белһәләр, ирем балалар менән йә ҡәйнәмдәргә, йә берәй сараға китәләр. Әсәйем сәғәттәр буйы минең ҡолаҡ итемде ашап, әрләй-әрләй "дөрөҫ йәшәргә" өйрәтә. Уны нисек туҡтатырға белмәйем...

Сәлиә, С. ҡалаһы."

 

 

Автор:Гөлнур Ҡыуатова
Читайте нас