

4 - 6 сентябрҙә Сибайҙа «Зауралье - 2025» сараһы уҙа. Быйыл уның девизы: «INNOREGION: иҡтисади үҫештең яңы үҙәктәре».
Оойоштиороусылары: БР Хөкүмәте һәм Стратегик башланғыстар агентлығы.
Инвестһабантуйҙың программаһы, һәр ваҡыттағыса, бай йөкмәткеле. Унда БДБ илдәренән, Яҡын Көнсығыштан һәм алыҫ сит илдәрҙән ҡатнашыусылар көтөлә. Мәҫәлән, "World Craft Council International" (WCC) бөтә донъя кәсепселәр советыпрезиденты Саад әл-Каддумиҙы ла күрә аласаҡбыҙ.
Фото: БР Хөкүмәте сайтынан.