

Стәрлебаш районының «Патриот» лагерында балаларҙың күпләп ағыуланыуына бәйле хәл контролдә тотола, тип хәбәр итте республика хөкүмәте премьер-министрының беренсе урынбаҫары Урал Килсенбаев үҙенең телеграм-каналында.
«Урында мәғариф министры урынбаҫары Инесса Косолапова, Һаулыҡ һаҡлау министрлығы һәм Роспотребнадзор хеҙмәткәрҙәре эшләй. Балаларҙың ғүмеренә һәм һаулығына хәүеф янамай. Хәл контролдә тотола», – тип билдәләне ул.
Табиптар 16 кешене дауаханаға һалған. Уларҙың хәле уртаса ауырлыҡта тип баһалана. Әле лагерҙа күҙәтеү ведомстволары эшләй, ағыуланыу сәбәптәрен асыҡлай.
Фото: Башҡортостан прокуратураһының матбуғат хеҙмәте