БР-ҙың Баш автоинспекторы Владимир Севастьянов телеграм-каналында хәбәр итеүенсә, бөгөн төндә Бәләбәй - Йәрмәкәй - Приют юлында питбайк менән автомобиль бәрелеше булған.
Яҡынса тикшереүҙәр буйынса, 42 йәшлек ир Лада Калина рулендә боролошта ҡаршыһына килгән питбайкка бәрелгән. Мотоциклды 14 йәшлек үҫмер йөрөткән. Ул "Тиҙ ярҙам" килеп еткәнсе һәләк булған.
Урында криминалистар, тәфтиш-оператив төркөмө эшләй.
Тыйығыҙ үҫмерҙәргә шул питбайктарҙа йөрөүҙе!
фото: асыҡ сығанаҡтан.