"Өфөнөң аэропорты - илебеҙҙә иң яҡшыһы ул. 2024 йыл йомғаҡтары буйынса беҙҙең авиагавань, 2 - 6 миллион пассажир ағымы менән, "Рәсәйҙең иң яҡшы һауа ҡапҡаһы" премияһын алды. Аэропортыбыҙҙың нисек үҫеүен пассажир күҙлегенән дә күрәм. Күргәндәрем мине ҡыуандыра", - тип яҙған социаль селтәрҙә Башҡортостан Башлығы.
Әле "Өфө" халыҡ-ара аэропортында терминалдар ҙа камиллаштырыла. Яңыраҡ ҡунаҡхана ла асылды. Әлбиттә, яңы рейстар барлыҡҡа килә.
"Бөгөн Рәсәйҙә Һауа флоты көнөн билдәләйҙәр. Беҙҙең аэропортыбыҙ һәм авиакомпаниялар хеҙмәткәрҙәрен байрам менән ихлас ҡотлайым. Шулай уҡ күккә ғашиҡ һәммәһен дә", тигән Радий Фәрит улы.
Фото: Т. Аманов