Яңылыҡтар таҫмаһы
17 Август 2025, 05:45

Паркты төҙөкләндереү дауам итә

Баш ҡалабыҙ Өфөләге Ленин исемендәге паркты яңыртыу эштәре киләһе йыл көҙгә тамамланасаҡ.

Паркты төҙөкләндереү дауам итәПаркты төҙөкләндереү дауам итә
Паркты төҙөкләндереү дауам итә

Халыҡтың яратҡан ял урыны «Тормош өсөн инфраструктура» милли проекты буйынса төҙөкләндерелә башланы. Әле унда 17,5 мең кв. м майҙанда иҫке брусчатка, бордюр таштары, сәскә түтәлдәренән гранит әйберҙәр алынған. Парк мәҙәни мираҫ объекты булғанлыҡтан, төп элементтары һаҡланасаҡ. Биләмәлә кедр ҡарағайҙары ла бар. Тарихи урындары байтаҡ. 

Һөҙөмтәлә, киләһе йыл көҙ халыҡҡа яңыртылған, әммә тарихи йөҙө һаҡланған парк асыласаҡ.

фото: Национальные проекты РФ

Автор:Алһыу Ишемғолова
Читайте нас