

Шишмә районының Йәрми ауылында булған хәл, тиҙәр. Бер йорттағы кетәктә тиҫтәләгән тауыҡ үлеп ята. Тәндәрендә тырнаҡ эҙе генә бар. Ахыры, һөжүм бик ныҡ һәм ҡапыл булған. Хатта бәйле торған һаҡсы эт тә, ҡото осоп, бауынан ысҡынған һәм йәшенгән.
Әлегә тауыҡтарға нимә һөжүм иткәнен белмәйҙәр. Төлкөмө, шәшкеме, йәтсәме, берәҙәк этме? Шундай фараздар бар. Бәлки, чупакабралыр... Бәлки, башҡа берәй йыртҡыстыр. Эт тә ҡурҡҡас...
Фото һәм сығанаҡ: NewsBash