

Рөстәм Нәбиев кинола төшә. Был юлы уның балалыҡ хыялы тормошҡа ашасаҡ.
«100 000 ударов» тип атала фильм. Режиссер Дмитрий Хонин төшөрә. Кинотаҫма Гималайға менеүгә бәйле буласаҡ. Бөтә серҙе сисмәй торабыҙ.
"65 проекттан 10-ауҙы ғына һайлап аласаҡтар. Әгәр ҙә ыңғай ҡарар ҡабул ителһә, минең яңы юлым башлана..." - тип яҙған социаль селтәрҙә Рөстәм Нәбиев.
Беренсе каналда фильмды финансларға әҙерлекте белдергәндәр.
Фото: Рустам Набиев