Яңылыҡтар таҫмаһы
16 Август 2025, 12:50

Бер быуатлыҡ юбилей

Көйөргәҙе районы хакимиәте башлығы Лира Тереғолова Ғәйшә Әбделмәнованы 100 йәше менән ҡотлаған. Инәйгә бәхетле ҡартлыҡ теләйбеҙ!

Бер быуатлыҡ юбилейБер быуатлыҡ юбилей
Бер быуатлыҡ юбилей

Ғәйшә Хөснөлхаҡ ҡыҙы Яңы Аллабирҙе ауылында тыуған. Шул осорҙағы тиңдәштәре, замандаштары кеүек үк ауыр йылдарға бирешмәй, хеҙмәттә сынығыу ала.

Бөйөк Ватан һуғышынан һуң башланғыс кластар уҡытыусыһы булып эшләй.

"Ире Йәүҙәт Халиҡ улы менән бына тигән биш бала тәрбиәләп үҫтерә. Бергә оҙон ғүмер йәшәйҙәр. Ғәйшә инәй бөгөн доға ҡылып, яҡшылығы, ихласлығы менән матур ғүмер кисерә", - тип яҙған район етәксеһе. 

Инәйҙең оҙон ғүмерлелек сере ябай - хәрәкәттә һәм изгелек ҡылырға ынтылышта.

Фото: Лира Терегулова, вк

Автор:Алһыу Ишемғолова
Читайте нас