

Беҙ был турала яҙғайныҡ - Бөрйән айыуы һеҙҙән йылмайыу көтә
Хөкүмәт Премьер-министры район эшҡыуарҙары менән осрашҡан.
Әйткәндәй, бындай осрашыуҙар БР Башлығы Радий Хәбировтың ҡушыуы буйынса ойошторола.
Башҡортостанда 141 мең самаһы эшҡыуар эшләй. Улар халыҡты эшле лә итә. Былтыр бизнесмендарға республика ҡаҙнаһынан бер миллиард һум аҡса йүнәлтелгән.
Андрей Назаров белдереүенсә, Бөрйән районында 392 бәләкәй эшҡыуарлыҡ субъекты бар. Улар башлыса сауҙа, ауыл һәм урман хужалыҡтары менән шөғөлләнә. Шулай уҡ район өсөн туризм да мөһим тармаҡ булып иҫәпләнә.
Эшҡыуарҙар Хөкүмәт рәйесенән төрлө һорау биреп, төплө яуап алды. Һорауҙар ер, ярҙам, документация, эшселәр, юл кеүек мәсьәләләргә ҡағылды.
Бер әһәмиәтле яңылыҡ та бар: Андрей Назаров гид-экскурсоводтарҙы бушлай уҡытыуҙы ойошторорға ҡушты. Бының өсөн ҡаҙнанан уҡыу йорттарына аҡса бүленергә тейеш.
Фото: БР Хөкүмәте сайтынан.