Яңылыҡтар таҫмаһы
16 Август 2025, 08:05

Ҡаршығыҙға айыу килеп сыҡһа...

Осрашмау яҡшыраҡ, әлбиттә. Тик быйыл айыуҙарҙың самаһыҙ күплеген һәм гел ауылға яҡында йөрөүен иҫәпкә алғанда, барыһы ла мөмкин.

Ҡаршығыҙға айыу килеп сыҡһа...Ҡаршығыҙға айыу килеп сыҡһа...
Ҡаршығыҙға айыу килеп сыҡһа...

Баҡһаң, быйыл 112 системаһына айыу менән тап булышыу тураһында 70 мөрәжәғәт килгән.

Белгестәр кәңәшенә күҙ һалығыҙ:

Урманда йә ҡырҙа һөйләшеп, йырлап йөрөгөҙ - айыу, кеше барлығын белеп, ғәҙәттә, үҙе китә.

Артығыҙҙан ризыҡ йә ҡый ҡалдырмағыҙ - айыуҙы бәләкәй генә киҫәк тә ҡыҙыҡһындыра, эйәреүе ихтимал.

Йыртҡыс ҡаршығыҙға килеп сыҡһа, йүгереп ҡасмағыҙ, ул уйын тип ҡабул итәсәк. Ә әкрен генә, артҡа ҡарамайынса китеү яҡшыраҡ.

Айыуҙың күҙенә ҡарамағыҙ - янау тип уйлап ырғыр.

Айыу балаһын күрһәгеҙ ҙә ипләп кенә китегеҙ - әсәһе янында йөрөүе ихтимал.

Фото: асыҡ сығанаҡтарҙан.

Автор:Алһыу Ишемғолова
Читайте нас